Ингредиенттар:
- помидор - 9 шт.
- базилик - тәменсә
- петрушка - тәменсә
- укроп - тәменсә
Әҙерләү:
1. Помидорҙы шаҡмаҡлап турайбыҙ, хатта иҙелгән помидорҙар ҙа ярай.
2. Блендерға помидор, базилик, петрушка, укропты һалабыҙ һәм пюре итеп иҙәбеҙ.
3. Силикон формаларға тултырабыҙ һәм туңдырғысҡа ҡуябыҙ.
4. 2 сәғәттән пюре әҙер, формаларҙан пакеттарға бушатабыҙ һәм туңдырғысҡа алып ҡуябыҙ.
Ҡыш көнө был пастаны төрлө ризыҡтарға өҫтәп була.
Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө.