2 кг ҡыяр, 150г һарымһаҡ, 150 г һуған, 50 г тоҙ, 150 г шәкәр ҡомо, 100 г туғыҙ процентлы аш һеркәһе, укроп, петрушка.
Ҡыяр менән һуғанды түңәрәкләп турап, һарымһаҡты эре ҡырғыс аша ҡырып, ваҡ ҡына туралған укроп һәм петрушка һалырға. Бөтәһен дә ҙур табаҡта (туҫтаҡта) тоҙ, шәкәр ҡомо һәм аш һеркәһе һалып болғарға ла 10-12 сәғәткә ҡуйып торорға.
Салатты ошо килеш шунда уҡ ашарға ла мөмкин йә иһә банкаларға һалып, ҡышҡылыҡҡа һаҡларға ла була. Шуныһы яҡшы, банкаларҙы стерилләргә кәрәкмәй, тимер ҡапҡастарҙы ғына стерилләргә. Тиҙ һәм еңел генә эшләнә торған ҡыяр салаты, ә тәмлелеге бер кемгә оҡшаясаҡ!