

3 килограмм кишер һәм 1 килограмм төшлө ҡара йөҙөмдө ит тартҡыс аша сығарабыҙ. Ҡатнашманы эмалле кәстрүлдә һалып, 3 литр ҡайнар һыу өҫтәйбеҙ һәм төн буйы тотабыҙ. Иртәгәһенә һөҙөп, ҡуйыһының өҫтөнә тағы 2 литр ҡайнар һыу ағыҙып төнәтәбеҙ. Һөҙөп, икеһен бергә ҡушабыҙ һәм сәй урынына эсәбеҙ. Ошондай төнәтмәне өс тапҡыр әҙерләп эсеп бөтөргәс, бауыр ҙа таҙара, йөрәк эшмәкәрлеге лә яҡшыра, бит тиреһенең төҫө лә матурлана.
Фото: Pinterest