ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
12 Август 2022, 11:04

Балды нисек һайларға?

Халыҡ араһында ялған бал һатыусылар ҙа осрап ҡуя. Нисек алданмаҫҡа, ысын бал ниндәй була - барыһы хаҡында яҙмала.

Балды нисек һайларға?Балды нисек һайларға?
Балды нисек һайларға?
Әле умартасыларҙың бал айырған мәле: баҙарҙа был татлы ризыҡтың ниндәй генә төрө һатылмай! Йүкә, ҡарабойҙай, көнбағыш, сәскә балы тиһеңме, кәрәҙлеме, солоҡтоҡомо...
Шулай ҙа ялған бал һатыусылар ҙа осрап ҡуя. Берәүҙәр – яҡшы, ысын бал шыйыҡ булырға, икенселәр кристаллашырға, йәғни, шәкәрләнергә тейеш тип уйлай. Өсөнсөләр, бал аҡ төҫтә булмай, ул шәкәр ҡушҡанға ағара тиһә, бәғзеләр, аҡ бал – иң яҡшы дауалай торған ризыҡ, тиҙәр. Ысын балды нисек һайларға һуң?
Яҡшы сифатлы балдың төп күрһәткесе – ауыҙ ҡамаштыра торған булыуы, тамаҡ төбөндә оҙаҡҡа ҡала торған тәме һәм, ауыҙға ҡапҡас, тиҙерәк һыу эске килеү тойғоһо.
Әгәр банка төбөнә нимәлер ултыра икән, был – насар бал.
Яңы айыртылған бал йәй аҙағы – көҙ башында шыйыҡ була.
Йүкә балы асыҡ һары төҫтә, көслө үҙенсәлекле еҫле. Шәкәрләнгәндә алтынһыу аҡһыл төҫкә инә.
Аҡ акация балы төҫһөҙ, һыу шикелле үтә күренмәле. Әкрен шәкәрләнә, оҙаҡ ваҡыт шыйыҡ ҡала. Шәкәрләнгәндә ҡар кеүек ап-аҡ була.
Ҡарабойҙай балы – ҡара-ҡыҙғылт төҫтә, үҙенсәлекле тәмле, шәкәрләнгәндә бутҡа һымаҡ массаға әүерелә.
Бәпембә балы шыйыҡ, алтынһыу төҫтә, ләкин бик тиҙ шәкәрләнә.
Балды ағас һауытта һаҡларға кәңәш итәләр. Уны 37 градустан артыҡ йылытырға ярамай, артыҡ эҫелектән ул ферментатив сифатын юғалта, уның тәме, төҫө һәм еҫе юғала.
 
Фото: rubtsovskmv.ru
Автор:Карима Усманова.
Автор:
Читайте нас