ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
28 Июль 2022, 16:25

"Шул ҡәҙәр тәмле килеп сыға"

"Крыжовниктан "ҡайнатма"ны ҡайнатмайынса әҙерләйем" - ти Мәрйәм Солтанова.

"Шул ҡәҙәр тәмле килеп сыға""Шул ҡәҙәр тәмле килеп сыға"
"Шул ҡәҙәр тәмле килеп сыға"

Салауат районы Малаяҙ 1-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәрйәм Мөхәмәтулла ҡыҙы Солтанова ошондай ҡайнатма рецебы тәҡдим итә.

"Йыл да баҡсабыҙҙа мул уңыш үҫтерәбеҙ. Еләк-емештән ҡышҡылыҡҡа күпләп ҡайнатма, компот әҙерләйбеҙ, киптерәбеҙ, туңдырабыҙ.
Крыжовниктан "ҡайнатма"ны ҡайнатмайынса әҙерләйем. Емештәрен йыуып, киптереп, блендер аша үткәрәм, шунда уҡ ике әфлисунды ҡабығы менән (уны ла блендерҙа ваҡлайым) ҡушам. Кәрәгенсә шәкәр ҡомо өҫтәп, яҡшылап бутайым да бер аҙ йылыла шәкәре иҙелеп бөткәнсе тотҡас, яҡшылап ябып, һыуыҡ урынға ултыртам. Шул ҡәҙәр тәмле килеп сыға".

Фото: Мәрйәм Солтанова.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас