ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
27 Июль 2022, 05:32

Еләктән ҡаҡ

Ҡаҡ ҡойоу өсөн еләкте таҙартырға һәм һалҡын һыуҙа яҡшы итеп йыуырға кәрәк.  

Еләктән ҡаҡЕләктән ҡаҡ
Еләктән ҡаҡ

Шунан блендер менән иҙеп, тәменә ҡарап шәкәр өҫтәргә. Килеп сыҡҡан массаны кәстрүлгә һалып, ҡайнап сыҡҡандан һуң  1 – 2 минут ҡына бешереп  алырға. Артабан табаға  тигеҙ итеп йәйеп һалып, ҡулға йәбешмәҫлек хәлгә еткергәнсе киптерергә. Ипләп кенә пергамент ҡағыҙын ҡаҡ менән бергә әйләндерергә һәм аҙаҡ айырып алырға кәрәк. Ысҡынмаған хәлдә, ситтәрен әҙ генә еүешләргә мөмкин. 

Сығанаҡ: vk.com

Фото: userapi.com

Автор:Юлиә Кирәева
Автор:
Читайте нас