

КӘРӘК БУЛАСАҠ:
2 лимон, 5 һарымһаҡ (бүлектәре), 1 өлөш имбир (2 см ҡалынлығында) һәм 1 литр минераль һыу.
ӘҘЕРЛӘҮ:
Лимонды телеп, уның һутын ағыҙып алырға, һарымһаҡ менән имбирҙы иҙырға кәрәк буласаҡ. Кәстрүлгә һыуҙы ҡойоп, һутын алған лимон тыштарын шунда һалаһығыҙ. Уны ҡайнатаһығыҙ, һуңынан һарымһаҡты, имбирҙы өҫтәйһегеҙ, ғапғасын ябып ҡуйғандан һуң утты һүндерәһегеҙ. 20 минут ултырғандан һуң һөҙөргә кәрәк буласаҡ һәм һөҙөлгән шыйыҡ массаға лимондың һутын өҫтәгеҙ. Айырым һауытҡа ҡойоп алып ҡапҡас менән ябырға кәңәш ителә.
Көнөнә 150-200 мл. эсергә кәрәк. 10-14 көн эскәндән һуң, 10 көн ял итеү мөһим. Эсемлек бик әсе тойолһа уға һыу өҫтәп эсергә мөмкин.