ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
21 Июль 2022, 16:18

Ташҡабаҡтан тәмле ҡоймаҡ

Ташҡабаҡтарығыҙ (кабачки) уңыш менән ҡыуандыра башланымы?  Бик тәмле ризыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ. Табындарығыҙ түңәрәк, күңелегеҙ көр булһын, дуҫтар!

Ташҡабаҡтан тәмле ҡоймаҡТашҡабаҡтан тәмле ҡоймаҡ
Ташҡабаҡтан тәмле ҡоймаҡ

Эҫе көндә, ауыр аш ашағы килмәгәндә, унан бик шәп ҡабымлыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ. 

Уртаса ҙурлыҡтағы ҡабаҡты ҡырғыс аша үткәреп, ике-өс йомортҡа, самалап тоҙ, бер стакан он һалып болғатабыҙ ҙа ҡоймаҡ кеүек ҡыҙҙырып алабыҙ. Кәйеф шәп булһа, сыр, туралған колбаса лә өҫтәргә була.

Автор фотоһы.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас