

"Һары мәтрүшкә (зверобой) булһа, шайтан-пәрейең дә ҡурҡыныс түгел" тигән әйтем бар. Урыҫса атамаһына ҡарап та, уның көслө икәнлеген аңларға була.
Белеп ҡулланғанда, "йыртҡысты ла йығырлыҡ" көскә эйә ул. Элек һары мәтрүшкәне боҙомдан, сихырҙан һаҡланыу өсөн ҡулланғандар, ауырға ҡала алмағанда ла ярҙам итә тип ышанғандар.
Ул етмеш төрлө сирҙән дауа. Мәҫәлән, майын ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын дауалағанда, подагра, ревматизм булғанда, танау тонғанда файҙаланалар. Тән бешкәндә, ҡырҡылғанда, тире ауырыуҙары йонсотҡанда, сәс ҡауаҡлағанда, быуындар һыҙлағанда һөртәләр.
Майҙы нисек әҙерләргә? Сәскәһен (яңы йыйылған булһа, һөҙөмтәһе ҙурыраҡ) быяла банкаға тығыҙлап тултырып, өҫтөнә сыҡҡансы таҙартылған көнбағыш йәки зәйтүн майы ҡоялар. Артабан һауытты ныҡлап ябып, ҡояш яҡшы төшкән урында бер ай тоторға. Әгәр ҙә майҙы ҡайнатып һалаһығыҙ икән - тиҙерәк. Әҙер майҙың төҫө ҡара сейәнеке кеүек булырға тейеш. Ошондай хәлгә еткәс, уны яҡшылап ҡат-ҡат һөҙөп, тағы бер тәүлеккә ҡалдыралар. Һуңғы аҙым: аҫтағы төпһәһен ҡуҙғатмайынса, өҫтәге үтә күренмәле майҙы ипләп кенә икенсе һауытҡа (ҡара быялалы) ҡойоу. Иҫкәрмә: уны йылдан ашыу һаҡларға ярамай.
Был майҙы танау тонған саҡта һалырға, антисептик рәүешендә тирегә һөртөп тә ҡулланырға була. Ауыртыуҙы баҫыу, тынысландырыу кеүек үҙенсәлеккә эйә. Тағы бер файҙалы яғы бар: ҡыш ҡул кибеп, ярылып йонсотһа, һары мәтрүшкә майы бик килешә.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Фото: polonsil.ru