ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
20 Июля 2022, 05:37

Ҡышҡылыҡҡа - ҡауын!

Ҡауынды ла ҡышҡылыҡҡа әҙерләп була. Бик тәмле килеп сыға, бар ғаиләгеҙгә оҡшаясаҡ!

Ҡышҡылыҡҡа - ҡауын!Ҡышҡылыҡҡа - ҡауын!
Ҡышҡылыҡҡа - ҡауын!

Ҡауынды ла ҡышҡылыҡҡа әҙерләп була. Бик тәмле килеп сыға, бар ғаиләгеҙгә оҡшаясаҡ!

Ҡауын - 2-2.5 кг
Шәкәр - 2 cтакан
Лимoн кислотаһы - 1 балғалаҡ
Һыу - 1 литp

1 литрлы банкаға 2 стакан шәкәр ҡомо һәм 1 балғалаҡ лимон кислотаһы һалырға. Шуның өҫтөнә һыу ҡушырға, болғатырға һәм кәстрүлгә бушатырға. Килеп сыҡҡан сиропты ҡайнатып сығарырға

Ҡауынды киҫәктәргә бүлеп стерилизацияләнгән банкаларға һалырға

Ҡауын киҫәктәренә ҡайнап торған сиропты һалырға һәм һыулы кәстрүлдә 10 минут стерилизацияләргә. Унан ҡапҡас менән ҡапларға.

 
Автор:Гузель Салихова.
Автор:
Читайте нас