Юлдыбай һылыуы, журналист Гөлсимә Алламоратова- Иштанованы республикала хәҙер белмәгән кешенең үҙе юҡтыр. Беҙ, "Мораҙым"дар иһә уны уҡыусы, студент сағынан яҡшы беләбеҙ. Хәйбулла егете Даян Иштановҡа кейәүгә сығып, Баязит, Байназар, Бәхтиәр тигән саф башҡорт исемле уландар үҫтерә. Республика телевидениеһының алмаштырғыһыҙ тележурналисы ижад өсөн дә ваҡыт таба. Уның байтаҡ хикәйәләре район гәзитендә, республика баҫмаларында донъя күрҙе. Тыуған яҡтарын да онотмай, форсат сыҡҡан һайын ҡайтып тора, үҙен күрмәһәк тә, сәхифәләге яңы фотолар аша уның ҡайҙа, нимә эшләп йөрөүе тураһында хәбәрҙарбыҙ. Бар яҡлап та уңған Юлдыбай ҡыҙынан бик шәп бер рецепт тәҡдим итәбеҙ. Гөлсимә үҙе әйтмешләй, бер йыл ғына һыналмай был рецепт. Тик ошо ысул менән генә ҡарағат ҡайнатабыҙ, тәмле килеп сыға, һәйбәт һаҡлана.
Өс төрлөһөн эшләп ҡараным, ошоноһо желе килеп сыҡты, һеркелдәк һымаҡ былҡылдап тора, банка ситтәренә лә йәбешмәй. 2 ст һыу,6 ст. шәкәр, 4 ст ҡарағат алдым. Стаканды 700 г банка мн дә алыштырып була, ҡарағаттың күләменә ҡарап. Һыуға өс ст шәкәрҙе һалып ағарып сыҡҡансы ҡайнатаһың да ҡарағатты һалаһың. 7 минут ҡайнатырға, күбеген алырға. Уттың самаһын үҙегеҙ ҡарағыҙ, мин уртасала тоттом. Шунан ҡалған өс ст шәкәрҙе һалырға ла 5 мин ҡайнатырға. Ошо самаға ике 700 һәм 500 бер банка китте. Уларҙы стерилизовать иттем дә ҡайнар вареньены һалып бороп ултырттым. Кискеһен түҙмәнек теге бер 500 банканы асҡайныҡ йылтыр ғына һеркелдәк кенә тәмле генә желе килеп сыҡҡан".
Әле баҡсала ҡара ҡарағаттың бешкән генә сағы, эш итәйек, дуҫтар!
Фото шәхси архивтан алынды.
Юлдыбай һылыуынан шәп рецепт!