ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
19 Июль 2022, 09:44

Йәйҙең бер көнө –ожмахҡа тиң

Әбеш ауылынан Миләүшә Ҡыҙрасова хуш еҫле  еләк ҡайнатмаһы серен сисә. Быйыл муйыл да күп булмаҡсы. Шуға күрә муйыл рецептын да тәҡдим итәбеҙ.

Йәйҙең бер көнө –ожмахҡа тиңЙәйҙең бер көнө –ожмахҡа тиң
Йәйҙең бер көнө –ожмахҡа тиң

Миләүшә Ҡыҙрасова, Әбеш ауылы:

--Ғәҙәттә баҡса еләгенән тәмле ҡайнатма эшләйем. Йыйып, йыуып, киптерелгән 2 кг еләккә 2 кг шәкәр һалып, бер тәүлек, һуты сыҡһын өсөн, ултыртып торам. Артабан һүлпән генә утта 10 минут ҡайнатҡас, 2 аш ҡалағы лимон һуты, йәиһә 1 ҡалаҡ лимон кислотаһы өҫтәп, тағы ла 10 минут ҡайнатып сығарам. Бик тәмле, хуш еҫле ҡайнатма килеп сыға.

Быйыл муйыл күп булмаҡсы. Шуға күрә тағы ла бер рецепт тәҡдим итәм. Быныһы үткәрелгән муйыл ҡайнатмаһы. Хәйер, уны ҡайнатмайҙар. Йыуылған муйылды ике-өс тапҡыр ит турағыстан үткәреп, шәкәр бутайһың (бер кило муйылға кило ярым шәкәр һалам) Шундай ҡуйы, тәмле килеп сыға. Сәйгә ҡушырға ла, бәлеш, кәзәмөгөҙ (рогаликтар) бешергәндә эслек итергә лә була. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас