

Табиптар әйтеүенсә, дауалай башлағанға тиклем дөрөҫ диагноз ҡуйыу мөһим. Ауыртыуға түҙеп, үтер әле, тип тынысланырға ярамай, ваҡытында дауаланмау етди сирҙәргә, хатта инвалидлыҡҡа килтереүе ихтимал. Тәүҙә хәрәкәтләнеү, йәшәү тәртибен яйға һалырға, туҡланыуҙы дөрөҫ ойошторорға кәрәк.
Табип менән кәңәшләшкәндән һуң, быуындарҙы халыҡ медицинаһында ҡулланылған ҡайһы бер ысулдар ярҙамында дауалау сараларын билдәләргә була. Дауалауҙың ике төп ысулы бар: беренсеһе ауыртыуҙы баҫа торған ыуыу, компрестар яһау булһа, икенсеһе – быуындарҙы тоҙҙарҙан, шлактарҙан таҙартыу. Аҙаҡҡы ысул өсөн дөгө, лавр япрағы, керән ҡулланыла.
Был ысулды күптәрҙең файҙаланыуы билдәле – ҡырҡ көн буйы иртән бешкән дөгө менән туҡланыу. Тәүҙә ярманы биш көн һыуҙа тоторға (һыуын көн дә алмаштырырға онотмағыҙ) кәрәк. Иртән бешерелгән дөгөнө ашағандан һуң өс-дүрт сәғәт буйы ауыҙығыҙға бер ҡабым ризыҡ та алмағыҙ.
Ҡабығы менән бешерелгән картуф иҙелмәһен көн дауамында ашап дауаланыу ысулы ла бар.
Кулинария һәм медицинала ҡулланылған тәбиғи аҙыҡ – желатин халыҡ медицинаһында ауырыу быуындарҙы тергеҙеүҙә күптән файҙаланыла. Был аҡһым күп тупланған ҡойҡа һәм башҡа аҙыҡтар туҡланыуҙа булырға тейеш.
Өй шарттарында быуындарҙы таҙартыу өсөн лавр япрағы йыш ҡулланыла. Ул быуындарҙағы тоҙҙарҙы иретә. Эсәклекте таҙартҡандан һуң ҡулланһағыҙ, тәьҫире яҡшыраҡ булыр. Термосҡа һалынған биш грамм лавр япрағына 300 грамм ҡайнар һыу ҡойоп, төн буйы тотоғоҙ, төнәтмәне аҙ ғына йотомлап 12 сәғәт дауамында эсегеҙ. Бер юлы күп эсергә ярамай! Лавр япрағы ҡан баҫымына ҙур йоғонто яһай, тамырҙарҙы һәм капиллярҙарҙы киңәйтә. Был ысул менән быуындарҙы таҙартыу курсы – өс көн. Бер-ике аҙнанан һуң уны тағы ҡабатларға мөмкин.
Быуындарҙы дауалауҙа элек-электән ҡылысъяпраҡ (сабельник) үҫемлеген ҡулланғандар. Уның төнәтмәһе менән ауыртҡан быуынды ыуалар йәки төнгөлөккә компресс яһайҙар.
Быуын сирҙәренең сәбәптәре бихисап, ҡырҡ төрлө дауаһы бар. Иң тәүҙә дөрөҫ диагноз ҡуйыу өсөн табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.