

Таныш ҡатындың йылҡылдап торған сәләмәт сәсенә гел һоҡланып ҡарайым. Нисек тәрбиәләүе менән ҡыҙыҡһынғас, ул ошо ошо ысулды тәҡдим итте.
"Химик буяуҙы, һатыуҙағы битлектәрҙе, кондиционерҙарҙы ҡулланмайым. Тәбиғи сеймал ярҙамында үҙем әҙерләйем уларҙы. Аҙнаһына ике тапҡыр сәсте нығытыу өсөн маска эшләйем. Ә ағармаһын өсөн түбәндәге сараны ҡулланам. Берәр ҡалаҡ бал, кастор майы, коньяк, йомортҡа һарыһын бергә ҡушып, яҡшылап болғатып, сәстең төбөнә биш минут буйы һеңдереп һөртәм. Өҫтөн пленка менән ҡаплап, башлыҡ кейәм. Ике-өс сәғәттән һуң шампунь менән йыуып төшөрәм. Был сара сәсте нығыта ла, ағарыуҙан да һаҡлай", - тине ул.
Күренеүенсә, маска тиҙ эшләнә һәм ыңғай һөҙөмтәһе лә була - әйҙәгеҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, беҙ ҙә эшләп ҡарайыҡ. Ысынлап ярҙам итәме икән?
Фото: traveltimes.ru