ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
11 Июль 2022, 10:02

Бала саҡты иҫкә төшөргән пирожный

Беҙгә 300 грамм печенье, 80 грамм аҡ май, дүрт-биш аш ҡалағы ҡуйы һөт, өс аш ҡалағы какао, өс аш ҡалағы шәкәр һәм шәкәр пудраһы кәрәк.

Бала саҡты иҫкә төшөргән пирожныйБала саҡты иҫкә төшөргән пирожный
Бала саҡты иҫкә төшөргән пирожный

Бала саҡты иҫкә төшөргән "Картошка" пирожныйын үҙебеҙ әҙерләп ҡарайыҡ әле. Беҙгә 300 грамм печенье, 80 грамм аҡ май, дүрт-биш аш ҡалағы ҡуйы һөт, өс аш ҡалағы какао, өс аш ҡалағы шәкәр һәм шәкәр пудраһы кәрәк.

Әҙерләү. Башта печеньены блендерҙа ваҡлайбыҙ ҙа какао, шәкәр менән бергә бутайбыҙ. Уға йомшарған аҡ май ҡушабыҙ. Пластилин һымаҡ масса килеп сыҡҡансы, самалап ҡуйы һөт өҫтәйбеҙ. Ҡамырҙы полиэтилен ҡапсыҡҡа урап, 15-30 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Шунан уны һигеҙ өлөшкә бүлеп, пирожный эшләп, какао һәм шәкәр пудраһында әүәләйбеҙ. Грек сәтләүеге, үҙегеҙгә оҡшаған крем, иретелгән шоколад менән биҙәргә мөмкин. 

Ашығыҙ тәмле булһын!

 

Фото: mykaleidoscope.ru 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас