ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
3 Июль 2022, 04:08

Колорадо ҡуңыҙынан нисек ҡотолорға?

  

Колорадо ҡуңыҙынан нисек ҡотолорға?Колорадо ҡуңыҙынан нисек ҡотолорға?
Колорадо ҡуңыҙынан нисек ҡотолорға?

 – Химик препараттар аллер­гияға кил­терә. Нин­дәй биологик ысулдар менән колорадо ҡуңыҙы­на ҡаршы көрәшергә була?

 

– Баҡсала химик инсектицидтар ҡулланмаҫҡа тырышығыҙ.   Нимәгә беҙгә аллергия, онкология, диабет, анемия, ҡан баҫымының күтәрелеүе, иммунитеттың көсһөҙләнеүе, елһенеүҙәр, шеше­неүҙәр һәм башҡа ҡурҡыныс сирҙәр?  Үҫемлектәрҙе ағыулы химикаттар менән эшкәрткәндә улар ҡоротҡостарҙы ғына үлтерә тип уйламағыҙ. Ағыу тупраҡҡа, үҫемлек тамырҙарына йыуылып төшә, йәшелсә-емештә туплана, улар аша беҙҙең организмға үтеп инә.  

Халыҡ сараларын да оноторға ярамай. Колорадо ҡуңыҙына ҡаршы үҫемлеккә  ағас көлө һибеп сығырға (бер сутыйға 10 килограмм көл); рәт араларына яңы бысҡы вағы һибергә; картуф ултырта торған соҡорға бер ус һуған ҡабығы  һалып ҡалдырырға; үҫемлектәргә бәпембә йә әрем төнәтмәһе һиптерергә (200 грамм үләнде 10 литр эҫе һыуҙа ике сәғәт төнәтеп, үләнен һөҙөп ташлағас, тө­нәт­мәгә бер стакан йәшел һабын ҡу­шырға) кәңәш ителә.

Картуфты сығарып алғас та сидераттар (тупраҡ структураһын яҡшыртып, уны сәлә­мәтләндерә тор­ған үҫемлектәр) – ужым арышы, кәрешкә,  гәрсис, майлы торма  сәсеү яҡшы һөҙөмтә бирә. Арыш менән кәрешкәне – яҙ, гәрсис менән торманы ер туңыр алдынан көҙ сәсеп ҡалдыралар.   

 

Ирина ЕРМОЛАЕВА.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас