ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
30 Июнь 2022, 14:08

Картуф уңһын өсөн ни эшләргә?

Ғәлиәхмәтовтарҙан бик шәп кәңәш

Картуф уңһын өсөн ни эшләргә?Картуф уңһын өсөн ни эшләргә?
Картуф уңһын өсөн ни эшләргә?

Барлығы был уңған Асҡын районы үҙәгендә йәшәүсе Ғәлиәхмәтовтарҙың ғаиләнең баҡсаһында һигеҙ сорт бәрәңге үҫә: 75, 90, 120 көндә өлгөргәндәре бар. Төрлөһөн төрлө ваҡытта, һуңғыларын  3 майҙа сәскәндәр.

Иң беренсе ултыртылған бәрәңгеләр өлгөргән. Уларҙы йәйен ашау маҡсатында махсус рәүештә тиҙ өлгөрә торған сорттарҙы һайлағандар. Бәрәңге эре булһын өсөн үҙҙәренең алымдары  менән бүлеште баҡса оҫталары:

Бәрәңге сәскәләнә башлау менән сәскәһен өҙөп торабыҙ. Шул ваҡытта туйындырыу көсө сәскәгә түгел, ә бүлбеләренә китә, бәрәңге эре була, - тине улар.

Зөлфиә менән Салауат Ғәлиәхмәтовтар баҡсаһында бер генә метр буш ятҡан ерҙе лә күрмәҫһен. Йәшелсә-емеш,  ҡыуаҡтарҙың төрлөһө урын алған. Помидорҙары ла ҡыҙарып бешә башлаған. Ҡарағаттарының емештәре хатта сейә ҙурлыҡ була.

Баҡса үҫтереүҙәге башҡа серҙәре тураһында тулыраҡ гәзит биттәрендә уҡырһығыҙ.

Автор фотолары.

 
 
 
 
 
Бәрәңге уңһын өсөн ни эшләргә?
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас