ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
29 Июнь 2022, 05:43

Үксәгеҙ ярылманымы әле?

..

Үксәгеҙ ярылманымы әле?Үксәгеҙ ярылманымы әле?
Үксәгеҙ ярылманымы әле?

Йәй көндәре күптәр баҡсала ялан аяҡ йөрөргә ярата. Был, әлбиттә, үксә һәм табан тиреһенә тәьҫир итмәй ҡалмай. Башта ул ҡата, унан ярыла башлай. Аяҡты көн дә йыуып, майлап ятыу ҙа ҡайһы саҡ ярҙам итмәй. Был рецепт мотлаҡ файҙалы булыр, тип ышанам.

Беҙгә дегәнәк япрағы ярҙамға килер. Йәш япраҡтарҙы йыйып алығыҙ ҙа, ваҡлап "бутҡа" эшләгеҙ. Бутҡаны бал, ябай он менән бутап, йәймә әҙерләгеҙ.

Был йәймәләрҙе кис ятыр алдынан үксәгеҙгә беркетеп, иртәнсәк күбек таш йәки пемза менән эшкәртеп алыу ҙа етә.

Бындай процедуранан тырнаҡтарығыҙ менән булышмай тороғоҙ. Шулай уҡ үксәгеҙ етерлек таҙармаған кеүек тойһағыҙ йәнә ҡабатларға була. Тик артыҡ мауығып ташламағыҙ. Ваҡытында туҡтарға ла белегеҙ.

Һау-сәләмәт булығыҙ! Йәй шатлыҡлы мәлдәр менән бай булһын!
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ

https://vk.com/public29350652

Автор:
Читайте нас