1. Абрикосты йыуып, урталай ҡырҡып сығабыҙ һәм кәстрүл төбөнә теҙәбеҙ.
2. Тигеҙ генә итеп шәкәр һибәбеҙ. Уның өҫтөнә абрикос теҙәбеҙ. Ошо рәүешле абрикос бөткәнсе теҙәбеҙ.
3. Хәҙер инде һөйәктәрен ярып, эсендәге төшөн ысҡындырабыҙ. Шулай уҡ кәстрүлгә һалабыҙ.
4. Барыһын да кәстрүлгә һалып бөткәндән һуң уны һыуытҡысҡа бер тәүлеккә ултыртып торабыҙ. Был ваҡыт эсендә шәкәре иреп, абрикостар үтә күренмәле булып ҡала.
5. Бына ҡайнатма ҡайнатырға ваҡыт етте. Уртаса ҡыҙыулыҡтағы утта ҡайнап сыҡҡансы тотабыҙ һәм өҫтөнә йыйылған күбеген һөҙөп алабыҙ. Һүрән утта 40 минут ҡайнатабыҙ. Ҡайнатманы болғатырға ярамай!
Әҙер ҡайнатманы стерилләнгән банкаларға тултырабыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
https://vk.com/public29350652