

Беренсенән, йәшелсә тән температураһын көйләй. Был уның организмды һыу менән тәьмин итеүенә бәйле. Өҫтәүенә тирене дымландыра, сөнки составында әллә күпме көслө антиоксидант бар. Ҡыярҙы битлек итеп тә файҙаланырға мөмкин. Ул елһенгән тирене тынысландыра.
Был йәшелсәне даими ашау шәкәр, ҡан баҫымы һәм холестерин күләмен кәрәкле кимәлдә тотоуға булышлыҡ итә. Ҡыярҙа кукурбитацин күп. Ул үҙ сиратында инсулин кимәлен дә көйләй. Ундағы стерол, липид кеүек матдәләр иһә холестерин кимәлен түбәнәйтә.
Тағы был йәшелсә эсәк-ҡарын эшмәкәрлеген яҡшырта, организмдағы насар холестериндарҙы яндыра, таҙарта, тигән фекерҙә белгестәр. Бынан тыш, ул тура эсәктә яман шеш барлыҡҡа килеүгә ҡаршы сара ла икән.
Баҡсанан яңы ғына өҙөлгән ҡыяр калий сығанағы булып тора. Ә ул иһә ҡан баҫымын түбәнәйтә, калийҙың һәм һыуҙың күп булыуы бәүел ҡыуҙырыу үҙенсәлегенә эйә. Ҡыярҙы йыш ашау бөйөр эшмәкәрлеген дә яҡшырта.
Был йәшелсәне һәр кем үҫтерә ала. Ул артыҡ “мыжыҡ” та түгел, үҙенә ныҡлы иғтибар ҙа талап итмәй, ә бына сәләмәтлек өсөн файҙаһы бик ҙур.
Автор:Айһылыу НИЗАМОВА