

Ҡамыр өсөн: 150 грамм аҡ май, 150 грамм шәкәр, 150 грамм ҡаймаҡ, ике йомортҡа, ике сәй ҡалағы ҡамыр ҡабартҡыс, 300-400 грамм самаһы он.
Эслек өсөн: 300 грамм эремсек, 100 грамм шәкәр, 50 грамм ҡаймаҡ, 50 грамм он кәрәк.
Башта ҡамырҙы әҙерләйбеҙ. Майҙы шәкәр менән бергә әүәләйбеҙ. Йомортҡа, ҡаймаҡ ҡушабыҙ. Он менән ҡабартҡыс (разрыхлитель) өҫтәп йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ.
Артабан эслеккә тотонабыҙ. Эремсекте шәкәр менән бутайбыҙ. Йомортҡаның ағын һарыһынан айырабыҙ. Һарыһын эремсеккә өҫтәйбеҙ. Эслеккә ҡаймаҡ менән он һалып һәйбәтләп бутайбыҙ. Йомортҡаның ағын блендер менән күпергәнсе туғып эремсеккә ҡушабыҙ. Ҡамырҙы 20-25 өлөшкә бүлеп, йәймә йәйәбеҙ. Һәр бер йәймәгә эслек һалып, ҡамырҙың икенсе яғы менән ҡаплайбыҙ. Майлы формаға эремсекле бөйөрөктәрҙе (сочникҙарҙы) теҙәбеҙ. Духовканы 180 градусҡа тиклем йылытып 25-30 минут тирәһе бешерәбеҙ. Бешкәс шәкәр пудраһы һибергә мөмкин.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: dessert.hopida.ru