ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
14 Июнь 2022, 11:45

Юл япрағы төнәтмәһен әҙерләү ваҡыты ла етте

..

Юл япрағы төнәтмәһен әҙерләү ваҡыты ла еттеЮл япрағы төнәтмәһен әҙерләү ваҡыты ла етте
Юл япрағы төнәтмәһен әҙерләү ваҡыты ла етте

Төнәтмәне йылы килеш, ашарҙан 30-40 минут алда эсегеҙ

 
 
Юл япрағы төнәтмәһен әҙерләү ваҡыты ла етте

Юл япрағы төнәтмәһе ашҡаҙан ауырыуҙарына дауа булып тора. Ул ашҡаҙанды һалып ала һәм ундағы асыҡ яраны бөтәштерә, ауыртыуҙы баҫа, үҙәк көйгәндән ярҙам итә. Төнәтмәне йылы килеш, ашарҙан 30-40 минут алда эсегеҙ.  Ашҡаҙанға дауа булған төнәтмәне дөрөҫ итеп эшләр өсөн ике ысул бар.  ☘️1 аш ҡалағы кипкән үләндең өҫтөнә 1 стакан эҫе, әммә ҡайнап өлгөрмәгән һыу ҡойоғоҙ ҙа, ҡапҡас ябып, 12-15 минут төнәтегеҙ. Бындай сәйҙе тәүлегенә 3-4 тапҡыр бешереп эсергә кәңәш ителә. Шуныһы, һәр ваҡыт яңынан төнәтегеҙ.  ☘️Бына был ысулда термос кәрәк була. 4 аш ҡалағы кипкән юл япрағы үләнен ярты литр эҫе һыу менән бешерәләр. Унан был сәйҙе термоста 2,5–3 сәғәт тирәһе төнәтелә. Был төнәтмәне тәүлегенә 3 тапҡыр 1-әр аш ҡалағы эсергә кәңәш ителә.  Был ике ысулда ла дауаланыу курсы 7 көн дауам итергә тейеш. Бер аҙ ял итеп алғандан һуң, йәнә ҡабатларға була. "Бәйләнештә"ге "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән алынды. 

Автор:Ильфира Аккужина
Автор:
Читайте нас