Бөтә яңылыҡтар

Баҡса еләге эре булһын өсөн

Әлеге ваҡытта күптәрҙең баҡсаһында еләктәр сәскә ата башланы. Мул уңыш алыу өсөн шәп кенә кәңәш тәҡдим итәбеҙ.  

Баҡса еләге эре булһын өсөн
Баҡса еләге эре булһын өсөн

Быйыл баҡса миҙгеле бер аҙ һуңлабыраҡ килә, быға май айының һалҡын, ямғырлы булыуы ла йоғонто яһаны, әлбиттә.

Әлеге ваҡытта күптәрҙең баҡсаһында еләктәр сәскә ата башланы. Мул уңыш алыу өсөн шәп кенә кәңәш тәҡдим итәбеҙ.

Еләк эре булһын өсөн бер стакан көлдө бер-ике литр ҡайнар һыуға һалып ҡуяһың. Һыуынғас, 10 литрлыҡ биҙрәгә һөҙәһең дә, шуға ике грамм марганцовка (алһыу төҫтә булырға тейеш), ике грамм бор кислотаһы (порошок йәки шыйыҡ варианты), бер аш ҡалағы йод ҡушып, биҙрә тулғансы һыу өҫтәйһең. Ошо ҡатнашманы еләктәргә лейка менән һибәһең.

Сығанаҡ: “Сәләм” каналы төркөмө.

Фото: fikiwiki.com

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас в