ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
22 Май 2022, 04:02

Редис маринадлайбыҙ

Баҡсала иң иртә йәшелсәләрҙең береһе - редис өлгөрә. Уны ваҡытында ашамаһаң, бик тиҙ ҡатып, тәмен юғалтып бара. Һеҙҙең иғтибарға редисты маринадлау рецебын тәҡдим итәбеҙ.

Редис маринадлайбыҙРедис маринадлайбыҙ
Редис маринадлайбыҙ
Бер килограмм самаһы редисты таҙа итеп йыуып, түңәрәкләп турайбыҙ. Стерилләнгән банка төбөнә самалап укроп, һарымһаҡ, бер лавр япрағы, бер нисә бөртөк ҡара борос һәм ҡәнәфер һалабыҙ. Өҫтөнә тығыҙ ғына итеп редисты тултырабыҙ һәм маринад ҡоябыҙ.
 
Маринад әҙерләү. Бер литр һыуға биш балғалаҡ шәкәр, өс балғалаҡ тоҙ һалып ҡайнатабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, 100 грамм 9 процентлы һеркә өҫтәйбеҙ. Кәстрүлдең ҡапҡасын асмайынса 15 минут самаһы тотҡас, редис өҫтөнә ҡоябыҙ. Банкаларҙың ҡапҡасын ныҡлап ябабыҙ. Ризыҡ икенсе тәүлеккә әҙер була, һыуытҡыста оҙаҡ ваҡыт яҡшы һаҡлана.
 
Фото: sb.by
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас