Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
16 Май 2022, 16:53

Тиҙ генә әҙерләнә торған бөйөрөк

-

Тиҙ генә әҙерләнә торған бөйөрөк
Тиҙ генә әҙерләнә торған бөйөрөк
Ингредиенттары:
* 300 гр кефир;
* ярты балғалаҡ сода;
* 2 бешкән һәм 2 сей йомортҡа;
* йәшел һуған;
* тәменә ҡарап тоҙ;
* 1,5 стакан он.

Кефирҙы йылытып алабыҙ ҙа, сода өҫтәйбеҙ. 5 минут ултыртып торабыҙ. Унан сей йомортҡаны ҡушып, яҡшылап туҡыйбыҙ. Ондоң яртыһын ҡушабыҙ ҙа, шунда уҡ йәшел һуғанды һәм бешкән йомортҡаны турайбыҙ. Әҙер ҡамыр ҡуйы ҡаймаҡ ҡуйылығында булырға тейеш.
Майлы табала ике яҡлап бешереп алабыҙ.

Өҫтәлегеҙ йәмле, ашығыҙ тәмле булһын!
Автор:Эльмира Киеккужина.
Автор:
Читайте нас: