Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
15 Май 2022, 14:30

Табала бешерелгән торт

-

Табала бешерелгән торт
Табала бешерелгән торт

Бер банка ҡуйыртылған һөткә бер ҡалаҡ ҡамыр ҡабартҡысты (разрыхлитель) 400 г он менән бутап, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫырға. Ул пластилин кеүек килеп сыға. Ошо ҡамырҙы ун өлөшкә бүлеп, йәйеп, ҡыҙған табала ҡоймаҡ бешер­гәндәге кеүек ике яғын да әйләндереп бешереп алырға.
Крем өсөн 500 мл һөттө ҡайнатырға. Яртыһына 300 г шәкәр, 2 йомортҡа, 2 ҡалаҡ крахмал, 3 ҡалаҡ он, бер ҡап ванилин һалып бутарға, ҡалған һөттө ҡойорға һәм ҡуйырғансы бешерергә. Һыуынғас, кремға 200 г аҡ май һалып, туҡырға һәм йәймәләргә һылап, тортты йыйырға.

 

Фото: forum.prokuhnyu.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина

Автор:
Читайте нас: