Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
14 Май 2022, 09:36

“Быуындар һыҙлауынан ҡотолдом”

Ошо төнәтмәне ҡуллана башлағас, дарыуҙарҙы ныҡ һирәгәйттем...

“Быуындар һыҙлауынан ҡотолдом”
“Быуындар һыҙлауынан ҡотолдом”
“Бәйләнештә” селтәрендә халыҡ дауаһы алымдарын ихлас уртаҡлашҡан, күптәргә ошо йәһәттән төплө кәңәштәр биргән Рәшиҙә апай Фәхриеваның яҙмаларын күптәр үҙенә күсереп ала, ҡулланып, фекерҙәрен, рәхмәт һүҙҙәрен белдерә. Бына уның тағы бер рецепт өлгөһө, бәлки, кемгәлер файҙаһы тейер.
 

“Мин төндә һыҙланыуға түҙә алмай дарыу эсә инем. Түбәндәге төнәтмәне ҡуллана башлағас, дарыуҙарҙы ныҡ һирәгәйттем. Рецепт интернет селтәренән алынды.
Өс литрлы банкаға уртаса ҙурлыҡтағы ике ҡыҙыл сөгөл­дөрҙө (бешермәйенсә) таҙа итеп йыуып, турап һалырға. Өҫтөнә ҡайнап сығып, бүлмә температураһына тиклем һыуынған һыу ҡойорға, бер балғалаҡ бал һалырға. Ҡап­ҡас менән ябып, биш көн һал­ҡынса урында тоторға. Өҫтө­нә сыҡҡан күбеген йыйып алып, һөҙөп, төнәтмәне һы­уыт­ҡысҡа ҡуйырға. Аша­ғандан һуң яртышар стакандан көнөнә дүрт тапҡыр эсергә.
Шуныһы ҡыҙыҡ: ошо төнәтмәне эсә башлағас, ҡан баҫымым да яйланды. Элек 200-гәсә еткән саҡтары була торғайны. Аллаға шөкөр, дауа яныбыҙҙа ғына, тик белеп, дөрөҫ ҡулланайыҡ!”
 
Әлбиттә, кемдәргәлер килешмәүе ихтимал, табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: