Бөтә яңылыҡтар

Белеп ултыртһаң — отолмаҫһың

Беҙҙең климат шарттарына ниндәй сорттар яраҡлашҡан? Тулыраҡ мәғлүмәт - яҙмала.

Тәбиғәт шарттарына ҡарап, элегерәк көньяҡ халыҡтары Башҡортостанды “йәшел помидорҙар иле” тип шаярта торғайны. Ысынлап та, уйламағанда емеш-еләкте, йәшелсә үҫентеләрен ҡырау һуғыуы бар, ҡышын алмағастар, башҡа емеш ағастары, ҡыуаҡтары туңыуы ихтимал. Груша һымаҡтарҙың беҙҙә үҫкәнен күҙ алдына ла килтереп булмай торғайны.

40 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә...

1966 йылда Сведловскиҙағы дауалау буйынса баҡсасылыҡ лабораторияһында үҙенсәлекле фәнни конференция үтә. Ул яңы методика буйынса грушаның витаминдар составын һәм башҡа биоактив матдәләрен өйрәнеү өсөн ойошторола. Профессор Л.И. Вигоров етәкселегендәге лаборатория тикшеренеүҙәре шуны күрһәтә: Урал грушалары көньяҡта үҫкән сорттарҙан әскелтем-шәрбәт тәме менән айырыла. Был иһә витаминдар үҙен­сәлеге яғынан да өҫтөнлөк бирә. Һөҙөм­тәләр ысын мәғәнәһендә асыш була, сөнки быға тиклем Урал грушаһын “груша” тип атарғамы, айырым сорт итеп ҡарарғамы-юҡмы тигән ҡараш та йәшәп килә. Ғөмүмән, был емештең таралыуы, Уралға тиклем килеп етеүе, етмәһә, емеш биреүе күптәрҙе аптырата. Ә бит ғалимдарға уны сығарыу өсөн бик күп көс түгергә, тәжрибәләр үткәрергә кәрәк була. Иң мөһиме — прививка яһау өсөн үҫенте табыу. Уссури ҡырағай грушаһын һайлайҙар. Был төр емеш ағасы ҡаты һыуыҡтарға бирешмәй, Алыҫ Көнсығыш урмандарында үҫә. Тәү тапҡыр гибридтар яһағанда уны И.В. Мичурин файҙаланған була — “Бера” сортын сығара. “Мичурин­дың ҡышҡы Бера” сорты булып таралып китә. Һуңынан һәүәҫкәр баҡсасы А.М. Лукашов Хабаровскиҙа “лукашовка” сорттарын булдыра. Быларға Тема, Поля, Лида, Ольга, Пальмира, Внучка сорттары инә. Уларҙың емеше эре, әскелтем, ағастары һыуыҡтарға сыҙамлы.

Грушаның төп биологик үҙенсәлеге — вегетация осоронда йылылыҡ етмәүе. Хатта яҡшы тип һаналған, К. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһы сығарған, Уссури грушаһы гибридтары менән Силәбе гибридтары ҡушылған сорттарҙың да һалҡын йәйҙәрҙә уңышы кәмей. Ошо уҡ сорттар йылы төбәктәрҙә мул уңышы менән шатландыра.

Хәҙер иһә бер нисә сортҡа айырым туҡталып үтәйек. Беҙҙең Башҡортостан шарттарында “Башҡорт” сорты киң таралған. Ул үҙенең уңышы һәм тәме ме­нән айырылып тора. Әлбиттә, көньяҡ­тағыларға ҡарағанда тәме әскелтемерәк. Шуға күрә ҡайнатма, джем эшләү өсөн ҡулланалар.

Элиталы сорттарҙан Бетаны атап үтәйек. Был сорт сығарылғанға 40 йылдан ашыу ваҡыт үткән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, элекке баҡсаларҙа һаҡла­нып ҡалған әле ул. Шуға ла бик күп яңы сорттарға башланғыс бирә. Ағасы уртаса бейеклектә үҫә, “энәләре” юҡ. Емеше 80 грамм тарта, лимон формаһында була, йәшел төҫлө. Тик октябрь аҙағына ғына һарғая. Ныҡлап өлгөрә.

“Ғәрәп ҡыҙы” ҡышҡы һалҡындарға сыҙамлы. Емештәре алмаға тартым, 90—100 грамм ауырлыҡта булалар. Ботаҡтарға ныҡлы йәбешеп торалар. Уларҙы сентябрҙә өлгөрмәгән, йәшел көйө йыялар. Һаҡлаған саҡта ноябргә өлгөрөп етәләр, һары-ҡыҙғылт төҫкә инеп, йомшаралар. Әскелтем, шәрбәт тәм керә. Тышы ҡытыршы булһа ла, эсе йомшаҡ, һутлана.

Йәйге сорттар — тәм гөлләмәһе

Тиҙ өлгөрөүсән “Свердловск” сорты­ның (скороспелка свердловская) ағасы пирамида формаһында, көслө булып үҫә. Емеш бирә башлағас, ботаҡтары ауырлыҡтан йәйелә. Шуға йәшерәк сағында уҡ һөлдә ботаҡтарын ҡыҫҡартып киләләр. Емештәре йоморо һәм яҫы алма һымаҡ, һары төҫтәләр, һоро “таптар” булыуы ла мөмкин. Бик һутлы, тәме баллы, әскелтем, шәрбәт. Әйтерһең, тәм гөлләмәһенән тора уның 60—70 грамлыҡ емештәре. Беҙҙең яҡтағы барлыҡ сорттарға ҡарағанда ла тиҙерәк өлгөрә. Йыйғандан һуң аҙна самаһы ғына һаҡлана.

“Пермячка”ның ағастары уртаса булып, тиҙ үҫә. Емештәре эре — 140—160 грамм тарта. Конус формаһын хәтер­ләтәләр йәки беҙ күреп өйрәнгән типик грушаныҡы һымаҡ. Аҡһыл-һары төҫтә. Эсе аҡ, бик һутлы, тәмле.

“Урал ботағы” — ҡышҡа сыҙамлы. Уртаса буйлы, ныҡлы, уңышты мул бирә. Емешенең ауырлығы — 100 грамм. Оҙонса формалы, төҫө һары, ҡояш төшкән яҡта алһыуланып тора. Йылы йәй килгәндә тәме әскелтем-шәрбәт булһа, ямғырлы йылда әскелт. Август аҙағында, сентябрь башында өлгөрә.

“Пингвин” сорты бик тиҙ үҫә һәм емеш бирә. Бер йыллыҡ үҫентенең дә ботаҡ бөрөләре иртә “уяна” башлай, йәйге ботаҡтар ебәрә. Ваҡытында артыҡ ботаҡтарынан арынһаң, олоно тағы ла тиҙерәк үҫәсәк. Ҡышҡы һалҡындарға бирешеп бармай. Емештәре шәрбәт һәм әскелтем-шәрбәт, һутлы.

“Валентина” — ҡышҡы һалҡындарға сыҙамлы, боролмалы ботаҡлы ағас. Шуға ла мотлаҡ формалаштырыу талап итә. Емештәре эре, 120 грамға саҡлы тарта. Бик һутлы, әскелтем-шәрбәт тәм бирә.


Көҙгө сорттар мул уңыш бирә

“Бережкая” ҡышҡы һалҡындарға сыҙамлы, уртаса буйлы. Йыл һайын күп уңыш бирә. Сентябрь аҙағында, октябрь баштарында йыялар. Өҙөп алырлыҡ булып өлгөргән сағында төҫтәре йәшкелт булһа ла, ныҡлап өлгөргәс аҡһыл һарыға әйләнәләр. Тәмле, һутлы.

“Свердловчанка” сортын сығарыуҙа Свердловск һәм Һарытау селекционер­ҙары бергәләп эшләгән. Һарытауҙа йәй һәм тиҙ өлгөрөүсәнде булдырһалар, Уралдағыһы иһә сентябрь урталарына өлгөрөп етә. Шуныһы, бында емештәре эре — 140 грамм тарта. Ай ярым тирәһе һаҡларға мөмкин.

“Гвидон” бәләкәй буйлы булып үҫә. Емештәре тиҙ өлгөрә, мул уңыш бирә. Йәшел йәки йәшкелт-һары төҫтә, ауырлыҡтары — 120—140 грамм. Һутлы, уртаса шәрбәт тәмле. Сентябрь баштарына өлгөрә.

“Тихоновка” ысын ҡышҡы сорттарҙан иҫәпләнә. Емештәре әллә ни ҙур түгел — 60—80 грамлыҡ. Сентябрҙә йыйһалар ҙа, йәшел килеш ашарға ярамай, ҡаты булалар. Уның ҡарауы, Яңы йыл алдынан тоноҡ һары төҫкә инер, әскелтем-шәрбәт тәм биреп, өҫтәлегеҙҙе үҙегеҙ үҫтергән емеш булараҡ биҙәр.

 

 

 

Автор: Т.Мусин
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас в