Бөтә яңылыҡтар

Ҡырмыҫҡаларҙан нисек ҡотолорға?

Көндәр йылыныу менән баҡсаларҙа ҡырмыҫҡалар уянды

Ҡырмыҫҡаларҙан нисек ҡотолорға?
Ҡырмыҫҡаларҙан нисек ҡотолорға?

Уларҙың ниндәй генә төрҙәре юҡ: ҡара баҡса ҡырмыҫҡаһы айырыуса телә үрсетергә ярата, һары ҡырмыҫҡа ыуаҡ, телә үрсетмәй, әммә емеш-еләкте ашай, ер аҫтында оялар эшләп, емеш ағастарының тамырына зыян килтерә. Йорт ҡырмыҫҡалары баҡсала тиҙ арала тепицаны яулап ала, унан йорт нигеҙенә күсә. Үҫентеләрҙең тамырын ҡоротоп, сүп үләндәренең орлоҡтарын ташый. Ҡырмыҫҡанан нисек ҡотолорға? Был һорауға Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы агрономы Айһылыу Камалетдинова һөйләй:

  • Баҡсалағы ҡырмыҫҡаларҙы тулыһынса еңеп булмаясаҡ. Улар барыбер күршеләрҙән күсеп киләсәк. Әммә был ҡоротҡостоң күләмен кәметеү ҡулдан килә торған эш. Ҡырмыҫҡаларға ҡаршы ҡулланылған дарыуҙарҙың сотавында тәү сиратта Диазинон бар. Был Гром-2, Муравьед, Мурацид, Мартокс кеүек препарттар. Әммә химик саралар ҡулланмаҫҡа теләһәгеҙҙ, ҡырмыҫҡаларҙы халыҡ ысулдары менән дә еңеп була.
  • Ҡырмыҫҡа иләүе башлыса ағас олоно аҫтына эйәләһә, хлорлы избес ҡулланырға кәңәш итәм. Иләүгә эзбиз һалып, өҫтөнә һыу ҡойорға була.
  • Ҡырмыҫҡаларға ҡаршы көрәшәм тиһәң, тәү сиратта теләне бөтөрөргә кәрәк. Һыуға тоҙ һәм һабын өҫтәп, ошо шыйыҡса менән ботаҡтарҙы һәм телә ҡунған үҫемлектәрҙе эшкәртеп сығырға кәрәк. Был “душ” теләне ҡоротасаҡ.

 

фото: grkflower.ru

Автор:Лилия Нуретдинова

Ҡырмыҫҡаларҙан нисек ҡотолорға?
Ҡырмыҫҡаларҙан нисек ҡотолорға?
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас в