Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
11 Май 2022, 15:50

Һуған ултыртыу серҙәре

Былтыр һарымһаҡ, кишер, тәмләткес үләндәр ултырған ерҙе һуған үҙ итмәҫ

Һуған ултыртыу серҙәре
Һуған ултыртыу серҙәре

Һуған мул уңыш бирһен өсөн сәсеү алдынан һәйбәт әҙерлек эштәре атҡарырға кәрәк. Орлоҡто эшкәртеү – уңыштың төп нигеҙе.

Был хаҡта ентекләберәк Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалының Әлшәй районы буйынса агрономы Гөлфиә Яхина һөйләй.

  • Тәү сиратта орлоҡто сорттарға айырырға, йылытырға, зарарһыҙландырырға кәрәк. Һуғанды һәйбәтләп ҡарап сығабыҙ. Боҙола башлағандарын ташларға, осон ҡырҡырға кәрәк. Был шытымдарҙың артыҡ көсөн алмаясаҡ. 
  • Ултыртыр алдынан  2 – 3 сәғәт орлоҡто йылы һыуға һалып ебетергә кәрәк. Һыуҙың температураһы 32 – 35 градус булһын. Был алым артыҡ ҡабыҡсаның төшөүенә һәм орлоҡтарҙың тиҙ шытыуына булышлыҡ итәсәк. Әгәр һыуға Фитосопорин өҫтәһәгеҙ, тағы ла яҡшыраҡ булыр. Орлоҡ шунда уҡ зарарһыҙландырыласаҡ. Элекке ысул менән зарарһыҙландырырға теләһәгеҙ, марганцовка иретмәһендә тотоп алырға була. Бының өсөн бер литр һыуға 20 грамм марганцовка онтағы һалырға һәм ошо иретмәлә орлоҡта ебетергә кәрәк. Был ысул күп кенә бактериаль ауырыуҙарҙан азат итер.
  • Орлоҡто йылы һыуҙа тоторға кәрәк тип әйтеп үткәйнем. Был осраҡта ла бер литр һыуға 40 тамсы Эпин йә Циркон препарраты ҡушҡанда, һуған тиҙерәк тамырланыр, үҙеп китер. 5 литр һыуға 1 грамм лимон кислотаһы һалып ебетеү ҙә шундай уҡ һөҙөмтә бирер.
  • Һуғанға ер алмаштырыу файҙаға ғына. Былтыр һуған үҫкән ергә, быйыл уны сәсмәгеҙ. Һарымһаҡ, кишер, тәмләткес үләндәр ултырған ерҙе лә һуған үҙ итмәҫ. Ә бына кәбеҫтә, ҡыяр, ҡуҙаҡлыларҙан һуң киреһенсә, ер килешер.

Автор:Лилия Нуретдинова.

Автор:
Читайте нас: