Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
11 Май 2022, 15:30

Баҡсасылар иғтибарына

Әле баҡсаларҙа сәсеү эштәре гөрләп башланып тора. Уңған баҡсасыларға мул уңыш алыр өсөн бер нисә кәңәш:  

Баҡсасылар иғтибарына
Баҡсасылар иғтибарына

барлыҡ йәшелсәләргә лә һыу һипкәндә нишатыр спирты ҡушығыҙ (10 литр һыуға – 2 аш ҡалағы);

100 грамм әсеткене 10 литр һыуҙа иретеп һипһәң, йәшелсәләр гөрләп үҫә;

сөгөлдөр баллы булһын өсөн, һирәкләгәс, аш тоҙо иретмәһе һибергә (10 литр һыуға – бер стакан). Был кишер, һуған, һарымһаҡ өсөн дә бик файҙалы;

помидорҙарҙы фитофтороздан һаҡлар өсөн һөт йәки эркет һыуына (сыворотка) бер тамсы йод тамыҙып һибергә кәрәк;

помидор һәм ҡыярҙарға 10 литр һыуға 20 тамсы йод ҡушып яһалған шыйыҡсаны һеркәләнеү осоронда бер нисә тапҡыр һипһәң, бөрөләре күбәйә һәм ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығы арта;

һуған көпшәләнмәһен өсөн ултыртыр алдынан сәй содаһы иретмәһенә һалып торорға кәрәк (1 литр һыуға – 1 балғалаҡ сода);

еләктәргә сәскә атыр алдынан йод иретмәһе һибегеҙ. 10 литр һыуға –10 тамсы;

йод иретмәһен шулай уҡ кәбеҫтә лә бик ярата. Кәбеҫтә тығыҙланып үҫә башлағанда һибеү яҡшыраҡ. 10 литр һыуға – 40 тамсы.

 

Мәғлүмәт: vk.com

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Автор:
Читайте нас: