

Кишер сәскәндә, уның күршеләренә лә иғтибар бирегеҙ. Кишер янына һуған ултыртһағыҙ, ул татлыҡайҙы ҡоротҡос бөжәктәрҙән һаҡлар. Әгәр һарымһаҡ күрше булһа, ул кишерҙе бөжәктәрҙән һаҡлауҙан тыш, уның тәмен дә яҡшыртыр. Ә бына сөгөлдөр менән кишерҙе бер түтәлгә ултыртмағыҙ. Сөгөлдөр кишергә кәрәкле бар файҙалы матдәләрҙе һурып аласаҡ һәм кишерҙең уңышы насар буласаҡ.
Г. Салихова.