ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
20 Апрель 2022, 00:51

“Ейәнем кәзә һөтө менән үҫте...”

“Бик сибек бала булды, ауырып ата-әсәһен йонсотто, насар ашаны, дарыухананан алған иң ҡиммәтле һөт аҙыҡтары ла ярҙам итмәне", – тип хәтерләй Әминә инәй.

“Ейәнем кәзә һөтө менән үҫте...”“Ейәнем кәзә һөтө менән үҫте...”
“Ейәнем кәзә һөтө менән үҫте...”
 

Әминә апай  йыш ҡына  ейәне Мараттың быуынға ултырып, егет ҡорона инә башлауына һөйөнөп, уны бәләкәй саҡта нисек тәрбиәләүҙәре  тураһында һөйләргә ярата.

“Бик сибек бала булды, ауырып ата-әсәһен йонсотто, насар ашаны, дарыухананан алған иң ҡиммәтле һөт аҙыҡтары ла ярҙам итмәне, – тип хәтерләй ул тын­ғыһыҙ көндәрҙе. – Рәхмәт яу­һын ауылыбыҙға килгән яңы фельдшерға. Инәй, ейәнегеҙгә кәзә һөтө эсереп ҡарағыҙ, аш һеңдереү эшмәкәрлеге яйланыр, тип кәңәш итте. Ысынлап та, ярҙам ит­те, ауырыуҙар артта ҡалды, хәҙер Маратыбыҙ йәштәштәрен бер башҡа уҙып, буй еткерҙе”, – ти Әминә инәй.

Табиптар әйтеүенсә, кәзә һөтө һыйырҙыҡы менән сағыштырғанда туҡлыҡлыраҡ. Бер стаканында кальций 11 процентҡа, В6 витамины – 25 , А витамины – 47,  калий 134  процентҡа  күберәк. Ә никотин кислотаһы өс тапҡырға артығыраҡ!  2007 йылда сит ил ғалимдары үткәргән тикшереүҙәр һөйәктәрҙәге тимер ҡытлығын һәм минералдар етешмәүен кәзә һөтөнөң тиҙерәк ҡаплауын асыҡлаған.

 

Автор:Динә АРЫҪЛАНОВА 

Фото:food-tips.ru

 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас