ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
13 Апрель 2022, 05:34

Сүпрә – яҡшы ашлама

Үрсетмәләргә, тамырҙары нығынып, үҫеп китһен, иммунитеты көсәйһен өсөн сүпрә әсетеп һибергә кәрәк.

Сүпрә – яҡшы ашламаСүпрә – яҡшы ашлама
Сүпрә – яҡшы ашлама

Быны үҫентеләр бәләкәй ваҡытта һәм баҡсаға сығарып ултыртҡандан һуң ике аҙна үткәс   эшләйҙәр. Сүпрәләге бәшмәктәр ергә эләк­кәс, фосфор, калий, төрлө витамин, углекислый газ бүлеп сығара башлай. Сәскәләргә лә һибергә мөмкин.  10 г ҡоро сүпрәне 1 литр һыуҙа 2 ҡалаҡ шәкәр менән әсетәһегеҙ ҙә, 10 литрлы биҙрәгә һалып, һыу ҡушаһығыҙ. Ағастарҙы ла туҡландырырға мөмкин.

Автор:AdminQ Admin
 
"Йәшлек" гәзитенән.
Автор:
Читайте нас