ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
3 Апреля 2022, 16:08

Кисәге сәйҙе эсергә яраймы?

-

Кисәге сәйҙе эсергә яраймы?Кисәге сәйҙе эсергә яраймы?
Кисәге сәйҙе эсергә яраймы?

Сәй эсергә яратыусылар һәм етештереүселәр был эсемлекте яңы бешкән килеш ҡулланырға кәңәш итә. Бында эш сәйҙең тәме һәм хуш еҫенең яҡшы булыуында ғына түгел.
   Эсемлекте бер нисә сәғәткә асыҡ һауала ҡалдырһаң, кислород тәьҫирендә унда бактериялар һәм зарарлы ҡушылмалар барлыҡҡа килә башлай. Улар сәй өҫтөндә тоноҡ яра рәүешендә хасил була, сынаяҡ ситенә лә йәбешеп ҡала. Был матдәләр ашҡаҙан-эсәк тракты, башлыса, бауырға кире йоғонто яһай.
   Тәүлек дауамында торған сәйҙе япондар "йылан сағыуҙан да насарыраҡ" тип һанай, ә ҡытайҙар ағыу менән сағыштыра.

Автор:Айнур Акилов.
Автор:
Читайте нас