ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
28 Март 2022, 09:39

Урама (Рулет) бешерәйем тиһәң

-

Урама (Рулет) бешерәйем тиһәңУрама (Рулет) бешерәйем тиһәң
Урама (Рулет) бешерәйем тиһәң

Кәрәк буласаҡ:
🍭4 йомортҡа,
🍭7 аш ҡалағы шәкәр,
🍭1стакан он,
🍭½ сәй ҡалағы уксуста һүндерелгән сода.

Йомортkа hәм шәкәрҙе миксер менән туғыйбыҙ. Яҡшылап күпергәс уксуста hyндерелгән сода hалабыҙ ҙа болғатабыҙ. 1 стакан ондо(ике өлөшкә бүлеп) haлабыҙ ҙа миксер менән яҡшылап күпергәнсе туғыйбыҙ. Тигеҙ генә масса килеп сыҡҡас, массаны пергамент kaғыҙ түшәлгән листҡа ҡойабыҙ (пергаменттың өҫтөн майлайбыҙ).
Алдан йылытылып ҡуйған духовкаға ҡуйып 180 градуслы ҡыҙыулыҡта 10-12 минут бешереп алабыҙ.
Өҫтәлгә пергамент ҡағыҙына бешеп сыҡҡан бисквитты әйләндерәбеҙ.
Эҫе көйөнә пергамент ҡағыҙ менән ҡуша рулетты төрөп һалып торабыҙ һыуынғансы. Рулет һыуынғас яйлап kына кире йәйеп эслегенә теләгән повидло һалабыҙ. Мин һалдым сливанан повидло.

 

Сығанаҡ: Файҙалы кәңәштәр төркөмө.

Автор:
Читайте нас