

Ул хатта итте алыштырған, шуға күрә элек уны алыҫ сәфәрҙәргә алыр булғандар. Был милли ризыҡ менән туҡланған ата-бабаларыбыҙ быуын, умыртҡа һөйәге ауырыуҙарының ни икәнен дә белмәгән. Ысынлап та, был үҙенсәлекле ризыҡтың файҙаһы бик күп. Талҡанды эшкәртеү өсөн организм артыҡ энергия сарыф итмәй. Мейе үҫешенә яҡшы йоғонто яһай. Шәкәр диабеты менән ауырыусыларға талҡан икеләтә файҙалы.
Фото: royal-forest.ru