Табын йәме булырлыҡ тәмле печенье рецебы тәҡдим итәбеҙ. Табындарығыҙ мул, эштәрегеҙ уң булһын!
Ҡамыр өсөн бер йомортҡа, ярты стакан шәкәр, бер семтем тоҙ, 150 грамм иретелгән аҡ май, 150 грамм ҡаймаҡ, 400 грамм он, 10 грамм йомшартҡыс кәрәк.
Эслек өсөн: ярты килограмм эремсек, бер йомортҡа, ярты стакан шәкәр, бер аш ҡалағы ҡаймаҡ, манный ярмаһы.
Тәүҙә онға йомортҡа, шәкәр, тоҙ, аҡ май, йомшартҡыс һалып ҡамыр баҫабыҙ ҙа 20-30 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Шунан эслек эшләйбеҙ. Эремсеккә йомортҡа, шәкәр, ҡаймаҡ, манный ярмаһын ҡушып, блендер менән һәйбәтләп туғыйбыҙ.
Ҡамырҙы йәйәбеҙ ҙә түңәрәк семәрле форма менән ҡырҡабыҙ. Өҫтөнә эремсек кремы һалып, форманы майлап, печеньеларҙы теҙәбеҙ.
Мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, 25 минут бешерәбеҙ.
https://bashgazet.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/2020-09-29/r-him-itege-eremsekle-pechenie-689525