ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
21 Март 2022, 11:18

Сыр һәм йәшелсә менән ҡоймаҡ

-

Сыр һәм йәшелсә менән ҡоймаҡСыр һәм йәшелсә менән ҡоймаҡ
Сыр һәм йәшелсә менән ҡоймаҡ

Бының өсөн:

1 литр hөт,
4 йомортҡа,
Әнис(укроп),
200-300 гр ҡаты сыр,
4 аш kалағы үҫемлек майы,
1 бал kалағы тоҙ,
1 бал kалағы шәкәр,
1 бал kалағы сода,
3-4 стакан он кәрәк буласаҡ.
Эш барышы: kаты сырҙы терка аша үткәрәбеҙ, йәшелсәне ваҡ итеп турайбыҙ.
Йоморҡа, сода, тоҙ һәм шәкәрҙе күперткәнсе венчик менән туғыйбыҙ. Өҫтәйбеҙ йылы һөт, он һәм тағы ла туғыйбыҙ. Терканан үткәрелгән сырҙы һәм йәшелсәне өҫтәп болғатабыҙ. Аҙаҡ үҫемлек майын һалабыҙ, болғатабыҙ.
Ҡыҙҙырылған табала яй ғына утта ике яҡтан да ҡоймаҡты ҡойоп бешереп алабыҙ.

 

Сығанаҡ: Файҙалы кәңәштәр төркөмө.

Автор:
Читайте нас