

Көн һайын һөт ризыҡтары ҡулланығыҙ. Кефир арығанлыҡ тойғоһон, йоҡо килеүҙе кәметер, көс өҫтәр. Эремсек тырнаҡтарҙы нығытыр, сәстәрҙе, бит тиреһен матурлар.
Яңы өлгөргән йәшелсә-емештәр булмағанда туңдырылғандары ярҙамға килер. Уларҙы ла мөмкин тиклем йышыраҡ ҡулланығыҙ. Төрлө сәтләүектәр ашарға тырышығыҙ. Ләкин көн һайын аҙ ғына күләмдә.
Иң яҡшы үҙләштерелә торған витаминдар тәбиғи ризыҡтарҙа. А витамины йомортҡа һарыһында, һыйыр майында, кишерҙә, балыҡта, бауырҙа, һыйыр итендә күп. Б витамины – ҡарабойҙайҙа, һөт ризыҡтарында, йомортҡала һәм борсаҡта. С витаминына кәбеҫтә, цитрустар, петрушка һәм гөлйемеш бай.