ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
26 Февраль 2022, 05:14

Телде йоторлоҡ бәлеш!..

Байрам бәлеше рецепты - яҙмала.

Телде йоторлоҡ бәлеш!..Телде йоторлоҡ бәлеш!..
Телде йоторлоҡ бәлеш!..

Бының өсөн 120-150 грамм кефир йәки ряженка, 100 грамм аҡ май, 100 грамм шәкәр, ике йомортҡа, 300 грамм он, ике аш ҡалағы бал, бер сәй ҡалағы сода, ике-өс алма, үҫемлек майы кәрәк.

Әҙерләү: тәүҙә йомортҡаны шәкәр, аҡ май менән бергә әүәләйбеҙ. Кефир ҡушып, сода өҫтәйбеҙ ҙә, һәйбәтләп бутап, 10-15 минутҡа ҡалдырабыҙ. Шунан шыйыҡ бал, иләнгән он һалабыҙ ҙа яҡшылап туғыйбыҙ. Алманы йыуып турап, ҡамыр ҡатнашмаһына ҡушабыҙ. Артабан форманы майлап, ҡамырҙы ҡойоп 180 градуста 35-40 минут тирәһе бешерәбеҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

 

 

 

Фото: ok.ru

Автор:Рисаля Юмагулова
https://bashgazet.ru/articles/yal-s-tend/2021-12-22/ih-bally-b-lesh-2630140
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас