ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
16 Февраль 2022, 16:49

Эремсектән бауырһаҡтар бешергәнегеҙ бармы?

Һеҙҙең иғтибарға - ябай рецепт. 

Эремсектән бауырһаҡтар бешергәнегеҙ бармы?Эремсектән бауырһаҡтар бешергәнегеҙ бармы?
Эремсектән бауырһаҡтар бешергәнегеҙ бармы?

Был тәмлекәсте бешереү өсөн 300 грамм эремсек, өс йомортҡа, бер сәй ҡалағы тоҙ, 100 грамм шәкәр, бер сәй ҡалағы сода, үҫемлек майы, 300 грамм он кәрәк.

Әҙерләү:

Эремсеккә йомортҡа, тоҙ, сода, шәкәр һалып һәйбәтләп бутайбыҙ. Үҫемлек майы, он өҫтәп ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙы йәйеп ромб йәки түңәрәк итеп киҫәбеҙ. Табала үҫемлек майын ҡыҙҙырып, бауырһаҡтарҙы талғын ғына утта бешерәбеҙ.

 

 

 

Фото: Pinterest

Автор:Рисаля Юмагулова
https://bashgazet.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/2022-02-16/eremsekt-n-bauyr-a-tar-2694994
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас