ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
3 Февраль 2022, 10:24

Февралдә ниҙәр сәсергә ваҡыт?

-

Февралдә ниҙәр сәсергә ваҡыт?Февралдә ниҙәр сәсергә ваҡыт?
Февралдә ниҙәр сәсергә ваҡыт?

Ҡыштың һуңғы айы башлана ғына. Ләкин ҡайһы бер йәшелсәләрҙе әле үк үрсетмә өсөн сәсергә кәрәк. Орлоҡто йылдың теләһә ниндәй ваҡытында һатып алырға мөмкин булһа, февралдә вегетация осоро оҙон булған ҡайһы бер йәшелсәләрҙе генә сәсергә ярай.

Улар - борос, баклажан, тамырлы сельдерей.
Сельдерейҙың сортын һайлағанда тәү сиратта уның өлгөрөү ваҡытына иғтибар итегеҙ. Был тамыраҙыҡтың иң яҡшы өлгөрөү ваҡыты – 130–160 көн (иң күбендә 180 көн). Юғиһә, уңыш алыуҙан мәхрүм ҡалыуығыҙ бар, йәиһә ул өлгөрөп етмәйәсәк.
Татлы һуған (порей һуғаны). Әйткәндәй, әгәр һеҙ был төрҙө үҫтереп ҡарамаған булһағыҙ, быны мотлаҡ эшләргә кәрәк. Ни өсөн тигәндә, татлы һуған башлы һуғанға ҡарағанда күпкә йомшағыраҡ тәмгә эйә, ул һеҙҙең аш-һыуығыҙға үҙенсәлекле хуш еҫ өҫтәйәсәк. Ә файҙаһы тураһында һөйләп тораһы ла түгел.
Баклажан үрсетмәләрен сәсеү ваҡытын ябай ғына формула буйынса һанап сығарырға була. Уңайлыҡ өсөн уларҙы теплицаға 1 майҙа сығарырға тип күҙ алдына килтерергә тәҡдим итәм. Баклажанды асыҡ тупраҡҡа шытып сыҡҡандан һуң 70 – 80 көн үткәс күсерәләр. Йәғни 1 майҙан 70 көндө алып ташларға. 15 февраль килеп сыға. 5 – 10 көн эсендә шыта, тимәк, 15 февралдән тағы ла ун көн самаһы артҡа күсергә тура килә. Шулай итеп, был йәшелсәне өлгөртөр өсөн, яҡынса алғанда, 5 февраль тирәһендә сәсергә кәрәк.
Сәсер алдынан баклажан орлоҡтарын шыттырыу талап ителә. Был ысул ҡайһыларын сәсергә, ә ҡайһыларын сәсмәҫкә икәнен асыҡларға ярҙам итәсәк. Шыттырыу өсөн стимуляторҙар ҡулланырға була (эпин, натрий гуматы, энерген). Марля ҡулланырға кәңәш ителмәй, сөнки шытымдың уның ептәре араһында буталып, һынып ҡалыуы ихтимал. Орлоҡтар тупраҡҡа 0,5 – 1 сантиметр тәрәнлектә сәселә. Үрсетмәләрен һалҡын тәҙрә төбөндә тотмағыҙ. Артыҡ күп һыу ҡойоу ҙа зыян килтерә. Был үҫемлек нәзәкәтле, йылы яратыусан. Ул 25 градус самаһы йылылыҡта ғына матур итеп үҫеп китә. Тәүге япраҡтары күренә башлағас, баклажанды ҡояш төшкән, һауа температураһы 18 градус самаһы булған ергә күсерәләр. Артыҡ йылы урында тотолһа, бәләкәс кенә тамырҙары барлыҡҡа килә. Ә улар үҫемлеккә бер ниндәй ҙә файҙа килтермәй. Күпләп күренгән япраҡтар ҙа тамырға зыянлы, үҫемлектең көсөн кәрәкмәгән яҡҡа йүнәлтә.
Баклажандар көнөнә 10-12 сәғәт яҡтылыҡ күрһә лә, бик шәп үҫә. Үрсетмәләрҙе асыҡ тупраҡҡа күсергәндә уның температураһы 15 градустан да кәм булмаҫҡа тейеш.
Борос сәсеү өсөн үҙегеҙ теләгән орлоҡто һайлағыҙ, күп баҡсасылар уны көҙҙән орлоҡҡа ҡалдыра һәм шунан файҙалана. Әйткәндәй, боросҡа иғтибар талап ителә, ул бик нескә һәм наҙлы. Икенсенән, тиҙ себенләп тә бара.
Томат. Ҡайһы бер баҡсасылар помидорҙы март башында сәсә, ләкин индетерминант сорттарын февралдең һуңғы көндәрендә лә мөмкин.
Шулай уҡ күптәр ай календары буйынса сәсеүгә уңайлы көндәрҙе ҡарап ултырта. Нисек кенә булмаһын, тупраҡҡа орлоҡ төрткән ваҡытта изге теләктәрегеҙҙе әйтеп сәсегеҙ. Ә инде уны үҫтереү, тәрбиәләү - икенсе мәсьәлә.
Бөтә орлоҡтарҙы сәсеү алдынан тупраҡты ҡайнар һыу менән ашлап алығыҙ.
Фото: rastenievod.com
 
Сығанаҡ:"Башкортостан" гәзите.
Автор:
Читайте нас