

Ингредиенттары:
400 гр ҡылсыҡһыҙ балыҡ ите
1 баш һуған
1 кишер
100 гр 10%-лы ҡаймаҡ
1-2 йомортҡа
150 гр сыр
йәшелсә
Балыҡ итен ҙур булмаған киҫәктәргә турайбыҙ.
Алдан форманы майлап әҙерләп ҡуябыҙ ҙа ошонда тоҙлап, борослап балыҡты теҙеп һалабыҙ.
Ҡырғыста кишерҙе үткәрәбеҙ. Һуғанды ярымбалдаҡлап турайбыҙ. Быларҙың икеһен дә балыҡ өҫтөнә һалабыҙ.
Йомортҡаны туҡыйбыҙ ҙа ҡаймаҡ менән ҡуша болғатабыҙ. Ошонда уҡ сырҙы өҫтәйбеҙ. Аҙаҡ балыҡлы ҡатнашма өҫтөнә ҡоябыҙ.
200 градус эҫелектәге духовкала 20-30 минут бешереп алабыҙ.
Табынға бирер алдынан йәшелсә һибәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле, табынығыҙ йәмле булһын!