

Тамаҡ төбө ҡысыта йә булмаһа аҙыҡ йотоуы ҡыйынлаша башлаһа, шешһә, ошондай ысулды ҡулланып ҡарағыҙ - файҙаһы теймәй ҡалмаҫ.
Бер стакан (быяла!) ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән ҡыҙыл сей сөгөлдөргә бер ҡалаҡ 9 процентлы һеркә өҫтәйбеҙ. Ҡушылманың өҫтөн ҡаплап, дүрт сәғәткә ҡараңғы урынға ҡуйып торабыҙ. Тәғәйен ваҡыт үткәс, бер нисә ҡат марля аша һөҙөп, төпрәһен ташлайбыҙ, ә һуты менән 2,5 сәғәт һайын тамаҡты сайҡатып торабыҙ. Сөгөлдөр хроник һәм фоликуляр ангинаны уңышлы дауалай ала.
Теңкәгә тейгән йүткереүҙән нисек ҡотолорға була?
Бәләкәйерәк кәстрүлгә бер стакан һыу ҡойоп ҡайнатырға ла, ваҡлап туралған алты теш һарымһаҡ һалып, ҡапҡасты ябып, талғын утта тағы бер аҙ - 5 минуттай - тоторға. Шунан кәстрүлде плитәнән ситкә алып, һыуына бер балғалаҡ аш содаһы өҫтәргә. Тиҙ генә баш аша ҡалын таҫтамал йә бүтән әйбер менән ҡапланып, шуның эҫе быуын һуларға: 2-3 тапҡыр танау менән тәрән тын алабыҙ һәм уны ауыҙҙан сығарабыҙ. Боҫтоң бөркөлөүе бөткәнсе шулай тын алып торабыҙ. Аҙағынан битте һөртөп, уранып ятып торорға кәрәк.
Сәләмәт булайыҡ! Үҙебеҙҙе үҙебеҙ һаҡлайыҡ!
Фото: mensforse.com