

Бының өсөн мандариндар, дүрт йомортҡа, 150 грамм шәкәр, 150 грамм он, 100 грамм аҡ май, бер сәй ҡалағы ваниль шәкәре, бер сәй ҡалағы йомшартҡыс кәрәк. Йомортҡа бүлмә температураһында булырға тейеш.
Әҙерләү:
Тәүҙә шәкәргә йомортҡа, ваниль шәкәре ҡушып һәйбәтләп туғырға. Иретелгән аҡ май, он, йомшартҡыс өҫтәп тағы бутайбыҙ. Артабан майлап таҙартылған формаға уртаға бүленгән мандариндар теҙәбеҙ. Киҫелгән яғын аҫта ҡалдырырға кәрәк. Өҫтөнә ҡамырҙы ҡоябыҙ. Духовканы 180 градусҡа тиклем йылытып, 35 минут тирәһе бешерәбеҙ. Бәлеш һыуығас шәкәр пудраһы һибеп өҫтәлгә ҡуябыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: liweinternet.ru