

Ҡандағы шәкәр кимәлен тәбиғи юл менән нисек төшөрөргә була? Был һорау шәкәр диабеты менән сирләгәндәрҙе генә түгел, һау кешеләрҙе лә борсой башланы хәҙер, ни өсөн тигәндә уның гормональ дарыуҙар ярҙамында дауаланыу һөҙөмтәһендә лә күтәрелергә мөмкин икәнлеге асыҡланды. Әлбиттә, дарыуханала уға яраҡлы дауаланыу сараларының күп төрлөһө лә бар. Ә шулай ҙа өй шарттарында ла организмға зыян килтермәҫлек итеп шәкәр кимәлен тотороҡландырырға була - был кәңәш шул турала.
Сәбәпһеҙгә хәл бөтөүе, ауыҙҙың кибеүе, ваҡ яраларҙың бөтәшмәй ыҙалатыуы, аппетиттың яҡшырыуы, күҙҙәрҙең насар күрә башлауы - былар ҡанда глюкоза кимәленең юғары булыуына ишаралаған күрһәткестәр.
Ташҡабаҡ (тыква) орлоғо - ҡандағы шәкәр күләмен төшөрөргә булышлыҡ итеүсе аҙыҡтарҙың береһе. Ул, белеүегеҙсә, файҙалы матдәләр сығанағы. Орлоҡта тимер күп, ул үҙ сиратында ҡан тамырҙарын нығыта, уның составын яҡшырта, үҙенә кәрәкле матдәләрҙе алғанлыҡтан йөрәк тибеше лә яҡшыра, яйға һалына. Ташҡабаҡ орлоғо тирегә лә ыңғай тәьҫир итә.
Ә уға тағы ике ингредиент ҡушып ебәргәндә, файҙаһы тағы ла нығыраҡ көсәйә. Шифалы эсемлекте әҙерләү өсөн кәрәк буласаҡ:
* 150 г таҙартылған ашҡабаҡ орлоғо
* ярты балғалаҡ дәрсен
* 4-5 финик
Орлоҡто 8 сәғәт ебетәбеҙ ҙә, һыуын түгеп, 4 стакан таҙа һыу ҡушып блендерҙа иҙәбеҙ. Марля аша һөҙөп алғас, дәрсен, финикты ҡушып, тағы блендерҙа ваҡлайбыҙ. Әҙер эсемлекте быяла һауытта һыуытҡыста һаҡларға кәрәк. Көн дә иртән ас ҡарынға, ашарҙан ярты сәғәт алда 100-әр грамлап эсәбеҙ. Дүрт көн шулай дауаланырға, артабанғы дүрт көн - ял.
Был сара эстәге ҡорттарҙан ҡотолоу өсөн дә яҡшы сара һанала.
Ҡулланыу алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Фото:bud-v-forme.ru