ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
15 Ғинуар 2022, 16:39

Картуфтан кәтлит

Телеңде йоторлоҡ кәтлиттең рецептын тәҡдим итәбеҙ

Картуфтан кәтлитКартуфтан кәтлит
Картуфтан кәтлит

Бының өсөн алты-ете картуф, 70 грамм ҡаты сыр, бер йомортҡа, бер баш һуған, ваҡланған сохарый (панировкаға), 20 грамм аҡ май, үҫемлек майы кәрәк.

Әҙерләү:

Тәүҙә картуфты әрсеп, тоҙло һыуҙа бешерәбеҙ. Һыуын һарҡытып һыуытабыҙ ҙа ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Сырҙы эре ҡырғыстан ҡырабыҙ. Һуғанды ваҡлап турайбыҙ. Шунан йомортҡаны туғып, картуфҡа ҡушабыҙ. Уға сыр, һуған өҫтәп һәйбәтләп бутайбыҙ. Картуф ҡамырынан кәтлиттәр яһайбыҙ. Артабан табаны талғын ғына утҡа ҡуйып, үҫемлек майын ҡыҙҙырабыҙ ҙа, аҡ май өҫтәп, кәтлиттәрҙең ике яғын әйләндереп бешерәбеҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

 

 

 

Фото: cookpad.com

Автор:Рисаля Юмагулова
https://bashgazet.ru/articles/yal-s-tend/2021-11-09/kartuftan-tapal-an-k-tlit-2576669
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас