ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
6 Ғинуар 2022, 15:24

Йәһәт пицца

Уны табала 10 минут эсендә өлгөртөп ашарға мөмкин

Йәһәт пиццаЙәһәт пицца
Йәһәт пицца

Уны табала 10 минут эсендә өлгөртөп ашарға мөмкин


Ингредиенттар:
4 ҡалаҡ ҡаймаҡ
4 ҡалаҡ майонез
2 йомортҡа
9 ҡалаҡ (өймәләтмәйенсә) он.


Әҙерләү:
1. Ҡамыр ҡаймаҡ ҡуйылығында килеп сыға. Шуны табаға ҡойоп, өҫтөнә эслеген - помидор, колбаса, тоҙло ҡыяр, зәйтүн емеше һ.б. һалабыҙ.


2. Эслеккә майонез ағыҙып, өҫтөнә ҡалын ҡатлам сыр һалабыҙ.


3. Уртаса утта плитә өҫтөндә бешә был пицца. Таба ҡапҡасын ябыҡ тоторға кәрәк. Сыр иреп бөтһә, пицца әҙер тигән һүҙ. Бындай ҡамырлы пиццаны шулай уҡ мейестә лә бешерергә була.

Аштарығыҙ тәмле булһын!

 


Фото:maxvps.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
https://bashgazet.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/2022-01-05/y-t-pitstsa-2644317
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас