

Ҡайһы берәүҙәр, техника тулы комплектлы, "обкатка" үткән, арзаныраҡҡа ла төшә, тип ҡулланылған машинаға өҫтөнлөк бирә. Дөрөҫ һайлаһаң, ундайҙары ла оҙаҡ йылдар проблемаһыҙ хеҙмәт итә. Беренсе сиратта нимәгә иғтибар итергә кәрәк һуң? Кузовтың буяуы бер төрлө һәм бер тигеҙ булырға тейеш. Уны махсус прибор ярҙамында белеп була. Креслолар, педалдең резиналары нисек һаҡланған, руль шымарып бөтмәгәнме — барыһын да тикшерергә. Капотты асып ҡарап, автомобилдең үткән юлы менән спидометр күрһәткесен сағыштырырға мөмкин. Машина бер-ике йыллыҡ ҡына булһа, күҙгә күренеп торған тутыҡ, уның билдәләре техниканың ремонтҡа кереп сығыуы тураһында белдерә. Машинаны йөрөтөп ҡарарға, "ходовой"ҙы тикшерергә, двигатель эшләүенә иғтибар итергә кәрәк. Һатып алыу килешеүендә тулы мәғлүмәт күрһәтелергә тейеш. ПТС-тың оригиналы булһын. Аҡса алыу тураһында "расписка" хаҡында ла онотмаҫҡа.